05:13 (UTC+5), 07 Мая 2019

Сибайҙа һуңғы 30 йылда тәүге тапҡыр өс игеҙ бала тыуған

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Сибайҙа һуңғы 30 йылда тәүге тапҡыр өс игеҙ бала тыуған.
19 апрелдә Урал аръяғының баш ҡалаһында йәшәгән Мария һәм Денис Ивановтарҙың ғаиләһендә ике ҡыҙ: Анастасия һәм Елизавета, Степан исемле малай донъяға килгән.
«Беренсе ультратауыш тикшереү игеҙәк буласағын күрһәтте, икенсеһендә беҙ өс игеҙ бала көтөүебеҙҙе күрҙек», — ти бәхетле ата-әсә.
Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә һуңғы өс игеҙ бала 1989 йылда теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында.
2019 йылдың башынан Башҡортостанда бөтәһе өс тапҡыр өс игеҙ бала тыуыуы теркәлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика