Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
84.24
+0.8
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 14:31

Өфөлә башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы йомғаҡтары буйынса конференция бара

ӨФӨ, 2019 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 6-16 майҙа Башҡортостанда 2019 йылдың 11-12 апрелендә Өфөлә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы йомғаҡтары буйынса зона конференциялары бара. Конференциялар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына фәнни-методик ярҙам күрһәтеү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында ҡаралған көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм тәҡдимдәрҙе тикшереү өсөн уҙғарыла.
7 майҙа башҡорт теле уҡытыусылары Өфөнөң 159-сы мәктәбенә йыйылды. Конференцияны Өфө ҡалаһы Мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Алһыу Йосопова асты. Ул иң яҡшы уҡытыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Түңәрәк өҫтәлдәрҙә мәктәптәрҙә һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа туған телдәрҙе өйрәнеү һәм башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыу мәсьәләләре тикшерелде. Конференция эшен пленар өлөш дауам итә, унда Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаевтың, Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Гөлназ Шафиҡованың, мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиеваның сығыштары ҡаралған.
Конференцияла ҡатнашыусылар һәм беренсе съезд делегаттары Радий Хәбировтың лингвистик гимназиялар асыу, Башҡортостан Башлығының «Туған тел» премияһын булдырыу, башҡорт телен өйрәнеү буйынса интерактив программалар әҙерләү тәҡдимдәрен һәм башҡа ҡыҙыҡлы идеяларҙы хуплай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереүҙең яңы концепцияһын әҙерләргә, белем биреү программаһының мотлаҡ өлөшөндә туған телде һәм әҙәбиәтте өйрәнеүҙе һаҡлап ҡалырға тәҡдим итә. Шулай уҡ Алдынғы уҡытыусы-методистар мәктәбен булдырыу, иң яҡшы уҡытыу методикаларын әҙерләгән алдынғы уҡытыусыларға грант ярҙамы күрһәтеү, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса яңы уҡыу ҡулланмалары сығарыу хаҡында тәҡдимдәр яңғыраны.
35-се белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Толомбаева нисек башҡорт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлыраҡ итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Өфөләге 64-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Һамарбаева тиҙҙән «Китап» нәшриәтендә урта һәм өлкән кластар өсөн башҡорт теленән яңы уҡыу ҡулланмалары донъя күрәсәге хаҡында әйтте.
6 майҙа Урал аръяғының башҡорт теле уҡытыусылары — Баймаҡ районының Темәс ауылына, төньяҡ-көнсығыш райондарҙың иһә Дыуан районының Мәсәғүт ауылына йыйылды. Киләһе зона конференциялары 14 майҙа – Нефтекама ҡалаһында, 15 майҙа – Ҡырмыҫҡалы һәм Бәләбәй райондарында, 16 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙа. Конференциялар башҡорт телен уҡытыу ойошторолған күрше төбәктәрҙә лә була. 26 апрелдә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы делегацияһы Силәбе өлкәһендә булып ҡайтты, Ырымбур өлкәһендә конференция 21 майҙа үткәрелә.
Читайте нас: