08:01 (UTC+5), 06 Мая 2019

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде. Ил президенты Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Был указ менән мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, уҡытыусылар, парламентарийҙар һәм чиновниктар, шулай уҡ спорт һәм профсоюз эшмәкәрҙәре, башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре юғары дәүләт наградалары менән билдәләнде.
Башҡортостан вәкилдәренән ошо исемлектә яҙыусы Флүр Ғәлимов — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», рәссам Рәшит Хәбиров — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы», Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораторияһы мөдире Руслан Сәфиуллин — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» һәм Башҡортостандың «НефтеГазВзрывПромСтрой» тресы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Яков Невелев — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре» бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика