Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
0
99.72
0
71.06
-1.63
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 10:21

Өфөлә Октябрь проспектында Еңеү парадының тәүге төнгө репетицияһы уҙҙы

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан хәрбиҙәр парадының беренсе генераль репетицияһы үтте.
Ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса, сарала Өфө территориаль гарнизоны, Башҡортостан Республикаһында федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары һәм ойошмаларҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Тауыш көсәйткес аппаратура файҙаланылған киләһе репетиция 7 майҙа уҙа. Был ваҡытта Октябрь проспектында Шәфиев урамынан алып Кольская урамы менән киҫелешкә тиклем киске 9-сы яртынан 11-гә ҡәҙәр транспорт хәрәкәте сикләнә.
Ҡала властары баш ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы ошо ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорай һәм үҙ маршруттарын алдан билдәләргә тәҡдим итә.
Читайте нас: