06:49 (UTC+5), 30 Апрель 2019

Радий Хәбиров республика янғын һүндереүселәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Рәсәйҙең Янғын һағы көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика янғын һүндереүселәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, былай тиелә:
«Һеҙ үҙегеҙҙе йәмғиәттәге иң хәүефле һәм хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһенә арнағанһығыҙ. Ут стихияһын буйһондороусылар кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара, йорттарҙы һәм мөлкәтте «ҡыҙыл әтәс»тән һаҡлай.
Шуныһы мөһим: республиканың ут менән көрәшеүселәре даими хәрби әҙерлектә, үҙҙәренең хеҙмәт бурыстарын намыҫ менән үтәй. Бөгөн янғын һағы – ашығыс ярҙам күрһәтеү буйынса мобиль хеҙмәттәрҙең береһе, халыҡтың, торлаҡтың, етештереү һәм социаль инфраструктураның комплекслы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү системаһының бер өлөшө. Шәхси составтың ҡыйыу эш итеүе һөҙөмтәһендә уҙған йылда ғына янғындан 3,5 мең самаһы кеше ҡотҡарылған, матди ҡиммәттәр – яҡынса 2 миллиард һумға. Һеҙҙең батырлығығыҙ һәм юғары һөнәрилеккә эйә булғанығыҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткәндәрҙең исемдәре мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә ҡалыр. Янғын һүндереү бүлектәре артабан да республика халҡын ут стихияһынан ышаныслы һаҡлар тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, изгелек, ауыр һәм яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика