Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
97
+0.5
102.1
+0.12
93.24
+0.14
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2019, 11:13

Йылдың иң ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды

ӨФӨ, 2019 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе, бөтә рәсәйҙәрҙе кеүек үк, йылдың иң ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәтенә ярашлы, ил халҡы 1-5 һәм 9-12 майҙа ял итә.
Ғинуар башындағы һәм 23 февралдәге ял көндәрен күсереү сәбәпле, тәүге май байрамдары оҙайтылды.
Шуны билдәләп үтәйек: 30 апрелдә һәм 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, беренсе май байрамдарында һалҡынса һауа торошо йылы менән алмашына. Айҙың тәүге көндәре ямғырлы була, йәшен йәшнәүе ихтимал.
Читайте нас в