07:35 (UTC+5), 29 Апреля 2019

Башҡортостан электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары биреү буйынса алдынғы урынды биләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын индереү йәһәтенән Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урынды алды. Бөгөн республикала 255 мең электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелгән. Көҙ көнө төбәк 21-се урында ине.
«Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховкалау буйынса сығымы булған эш биреүселәрҙән 45 проценты электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары менән эшләй. Улар араһында республиканың ҙур предприятиелары ла бар, был Башҡортостандың рәсми эшкә урынлашҡан граждандарының яҡынса 75 процентына электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тултырырға мөмкинлек бирә», — тип аңлаттылар республиканың Социаль страховкалау фондында.
Электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын йышыраҡ Межгорье ҡалаһында, Нуриман, Бөрйән һәм Хәйбулла райондарында бирәләр. Шуны билдәләп үтәйек: Башҡортостандың Социаль страховкалау фонды 2020 йылда тулыһынса электрон системаға күсергә ниәтләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика