11:12 (UTC+5), 26 Апрель 2019

27 апрель – Башҡортостанда дөйөм республика өмәһе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда иртәгә, 27 апрелдә, «Йәшел Башҡортостан» экологик өмәләре ойошторола.
Был – ағымдағы йылда икенсе дөйөм республика өмәһе. 6 апрелдә төбәктә 320 мең самаһы кеше тәүге яҙғы өмәгә сыҡты.
Йыл һайын үткәрелгән сараларҙың төп маҡсаты – санитар-экологик хәлде яҡшыртыу һәм тораҡ пункттарҙың биләмәләрен төҙөкләндереү.
Башҡортостандың билдәле спортсылары Халыҡ-ара балалар уйындарына төҙөлөп ятҡан Спорт әҙерлеге үҙәге биләмәһендәге өмәлә ҡатнаша. Йөҙөүсе, 8 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Оксана Савченко, биатлонсы, өс тапҡыр донъя чемпионы Максим Чудов, саңғысы һәм биатлонсы Ирек Зарипов, рапирасы, Европа чемпионы Аделина Бикбулатова, еңел атлет, Рәсәй чемпионы Дмитрий Петров өмәлә ҡатнашыусылар өсөн зараядка үткәрә. Ижади коллективтарҙың сығыш яһауы көтөлә, спортсылар яңы ылыҫлы «Чемпиондар аллеяһы»на нигеҙ һала. Аҙаҡтан бөтәһен дә сәй һәм бутҡа менән һыйлайҙар
Өмәләр тураһында белергә кәрәкле бар мәғлүмәт – «Башинформ» агентлығы материалында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика