Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.3
-0.47
93.68
-0.48
65.54
+0.87
18+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2019, 17:33
Республикала 200 меңдән ашыу «Георгий таҫмаһы»н таратыу күҙаллана
Еңеү ирекмәндәре
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. Ирекмәндәр Өфөлә һәм Октябрьский ҡалаһында символик таҫмаларҙы тарата башланы. Был акцияға республиканың башҡа муниципалитеттары ла ҡушылырға ла тейеш.
«Еңеү көнө алдынан Еңеү ирекмәндәре Республика ирекмәндәр үҙәге менән берлектә 200 меңдән ашыу Георгий таҫмаһын таратырға ниәтләй», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Төбәктә йәшәүселәргә Георгий таҫмалары менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында еңеү символын нисек дөрөҫ йөрөтөү тураһында яҙылған листовкалар ҙа тапшырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1302327-v-bashkirii-planiruyut-razdat-bolee-200-tysyach-georgievskikh-lentochek/
Теги:
георгий таҫмаһы
акция
еңеү көнө
Читайте нас: