Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2019, 10:45

Республиканың төрлө мөйөштәренә биш сәләмәтлек автопоезы юлланды

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Сәләмәт республика» акцияһы башланды: төбәктең төрлө мөйөштәренә күсмә Һаулыҡ үҙәктәре юлланды. Акция республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса уҙғарыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Уға күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографтар һәм маммографтар, республика клиник дауаханаһының һәм кардиоүҙәктең күсмә диагностикалау үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһы модуле йәлеп ителгән. Акция 10 октябргәсә дауам итә.
Был айҙа сәләмәтлек автопоездары Ҡырмыҫҡалы (22-24 апрель — Боҙаяҙ, 26-26 апрель — Һәүәләй, 27-28 апрель — Ҡабаҡ, 29-30 апрель — Прибельский), Архангел (22-24 — район үҙәге, 25-26 — Максим Горький, 28-30 — Баҡалды), Благовещен (22-23 — Ильино-Поляна, 24-25 — Новонадеждино, 26-27 — Бедеева Поляна, 28 — Удельно-Дыуанай, 29-30 — Николаевка), Шишмә (22-24 — Әлкә-2, 25-26 — Шиңгәккүл, 27-28 — Дурасов, 29-30 — Иҫке Муса), Салауат (22-25 — Малаяҙ, 26-28 — Нәсибаш) райондарында эшләй.
Читайте нас: