10:27 (UTC+5), 23 Апреля 2019

Башҡортостанда ике шихан өсөн һаҡлау зоналары булдырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда республика әһәмиәтендәге алты тәбиғәт ҡомартҡыһы, шул иҫәптән Торатау һәм Йөрәктау өсөн һаҡлау зоналары булдырыла. Тейешле ҡарар проекты Башҡортостандың Экология министрлығында баҫылған, документҡа экспертиза үткәрелә. Шулай уҡ Охлебинин мәмерйәһе (Иглин районы), Ҡарлыман мәмерйәһе һәм Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы (Ҡырмыҫҡалы районы), Туғар-Һалған күле (Торатау итәгендә урынлашҡан, Ишембай районы) һаҡлауға алына.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, һаҡлау зонаһында һәр төрлө производство эшмәкәрлеге һәм сүп-сар ҡалдырыу, ә күлдә малға һыу эсереү тыйылған. Бынан тыш, Торатау тирәләй ташҡа әүерелгән ҡалдыҡтар, гербарийҙар өсөн үҫемлектәр һәм энтомологик коллекцияларға бөжәктәр йыйырға, Йөрәктау янында мал көтөргә ярамай.
Тағы бер шихандың — Ҡуштауҙың «һаҡланған» тигән статусы юҡ. «Башҡортостан сода компанияһы» яҡшы сифатлы эзбизы булған Торатауҙы алырға уйлағайны, ләкин республика етәкселеге, предприятиеға Ҡуштауҙы эшкәртергә рөхсәт биреп, Торатау һәм Йөрәктау шихандарын һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Теги: шихандар, Торатау, Йөрәктау
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика