05:30 (UTC+5), 22 Апреля 2019

Республикала 25 майҙа 19 меңгә яҡын ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн «һуңғы ҡыңғырау» яңғырай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда быйыл сығарылыш кластары өсөн «һуңғы ҡыңғырауҙар» 23 (туғыҙынсылар өсөн) һәм 25 майҙа (ун беренселәр өсөн) яңғырай. Барлыҡ ҡала һәм райондарҙа 19 меңгә яҡын ун беренсе һәм 42 меңдән ашыу туғыҙынсы клас уҡыусылары өсөн байрам саралары ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Мәғариф министрлығында.
Шәмбе, 25 майҙа, Өфөлә һигеҙенсе йыл рәттән «Яҙғы бал» уҙа. Башҡортостандың баш ҡалаһында мәктәп тамамлаусылар байрамын, ғәҙәттәгесә, Совет майҙанында ҡаршылайҙар.
23 һәм 25 майҙа — «Һуңғы ҡыңғырау» уҙғарылған көндәрҙә — Башҡортостан магазиндарында алкоголь һатыу тыйыла.
Был тыйыу республика биләмәһендә 2017 йылдан алып ғәмәлдә. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Продукцияны тартып алыу йәки унһыҙ штраф вазифалы кешеләргә — 20-40 мең һум, юридик берәмектәргә 100-300 мең һум тәшкил итә.
«Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу профилактик маҡсатҡа эйә һәм үҙен тулыһынса аҡлай, тип иҫәпләй республика властары.
Шуға бәйле Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың теге йәки был районында һабантуй уҙғарылған көндә алкоголь һатыуҙы тыйырға тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика