11:44 (UTC+5), 22 Апреля 2019

Башҡортостанда походҡа сығырға әҙерләнгән туристар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәлергә тейеш

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда республикала туристик походтарҙан һуң ике кеше хәбәрһеҙ юғалған, етәүһе һәләк булған, 58-е йәрәхәттәр алған, 81 турисҡа ярҙам күрһәтелгән. Белорет районында Ирәмәл тауы, Ирәктәш һырты, Оло Инйәр йылғаһы, Урал тауы йүнәлешендәге Ҡарағайлы ҡасабаһы, Кучанов кордоны, Межгорье ҡалаһы янындағы Нәре һырты, Атыш шарлауығы, Көмәрҙәк тауы янында, Леонидовка ауылы эргәһендәге урманда, шулай уҡ Ишембай районының Ялтыран ауылы һәм Дыуан районының Күлвәрәш күле тирәһендә 43 ҡотҡарыу операцияһы үткәрелгән.
Мәләүез районының «Ҡотоҡ-Сумған» мәмерйәһендә үлем осраҡтары теркәлгән (турист карст соҡорона ҡолап төшкән һәм һәләк булған). Белорет (Ирәкташ) һәм Мәләүез райондарында ла («Башҡортостан» милли паркы) туристарҙың ҡаянан осоу осраҡтары бар. Бынан тыш, тәбиғәттә ял итергә яратыусылар Белорет (Кесе Инйәр, Оло Инйәр йылғалары) һәм Баймаҡ райондарында (Һаҡмар һәм Ләмәҙ йылғалары) катамарандарҙа әйләнә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдереүҙәренсә, туристар төркөмө (йәки яңғыҙы) сәйәхәткә сығырға 10 көн ҡалғас ведомствола теркәлергә тейеш.
Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан биләмәһендә туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.
Поход ҡағиҙәләре тураһында тулыраҡ — Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәсми сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика