07:50 (UTC+5), 22 Апрель 2019

Башҡортостанда контейнер майҙансыҡтары булдырыу өсөн 350 миллион һум кәрәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда контейнер майҙансыҡтары булдырыу өсөн 350 миллион һум кәрәк, тип белдерҙе бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов. Төбәктең тораҡ пункттарында контейнерҙарҙы муниципалитеттар ҡуйырға тейеш.
Әлеге ваҡытта республикала 14 409 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу урыны булдырылған, 30 366 контейнер ҡуйылған. Башҡортостанда бөтәһе 13 116 майҙансыҡ булдырыу, уларҙа 23 127 контейнер урынлаштырыу талап ителә. Республикала төбәк операторҙарының ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса эшмәкәрлегенең биш зонаһында контейнерҙар һатып алыу динамикаһы төрлөсә.
2019 йылдың 1 декабренә тиклем һатып алыу күҙаллана:
— 1-се зонала — 2374 контейнер, зонала 7269 данаға ихтыяж бар.
— 2-се зонала — 1671 контейнер, ихтыяж — 2804 дана.
— 3-сө зонала — 2637 контейнер, 10 053 дана кәрәк.
— 4-се зонала 151 контейнер ғына бар, был ихтыяждан 41%.
Өсөнсө зонала райондарҙың контейнерҙар һатып алыу әүҙемлеге түбән. Бөрйән, Ғафури, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм Хәйбулла райондары хакимиәттәре башлыҡтарына контейнерҙар һатып алыу графигын яңынан ҡарау бурысы йөкмәтелде. Белорет, Краснокама райондары һәм Сибай ҡалаһы һатып алыуға тотонмаған һәм график төҙөмәгән, тип билдәләне Нияз Фазылов.
Ике контейнерҙан торған бер контейнер майҙансығының хаҡы 45-70 мең һум самаһы тора.
Уларҙы һатып алыу һәм ҡуйыу муниципаль бюджет иҫәбенә башҡарыла. Республиканың Экология министрлығына муниципалитеттарҙан ошо сараларҙы бюджет-ара трансферттар иҫәбенә финанслауҙы һорап мөрәжәғәттәр килә. Ведомство Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 67-се ҡарарына сығымдар йүнәлешен киңәйтеү тураһында үҙгәрештәр әҙерләне, шул иҫәптән контейнер майҙансыҡтары төҙөүгә лә.
«Үҙгәрештәр ҡабул ителгән осраҡта, муниципаль берәмектәр күрһәтелгән аҡсаны контейнер майҙансыҡтарын әҙерләү өсөн файҙалана алыр ине. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу урындарын булдырыуға ихтыяжды тәьмин итеү өсөн 350 миллион һум кәрәк», — тип өҫтәне министр урынбаҫары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика