10:10 (UTC+5), 22 Апрель 2019

Башҡортостанда изге Рамаҙан айында мосолмандар өсөн түләүҙәр күләме билдәләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Мосолмандарҙың изге Рамаҙан айына тиклем теүәл ике аҙна ҡалды. Быйыл Рамаҙандың тәүге көнө (мосолман йыл иҫәбе буйынса — Һижрәнең 1440 йылы) дүшәмбе, 6 майҙа башлана. Был көндө мосолмандар ураҙа тота башлай, кистәрен ифтар мәжлестәре ойошторола. Төндәрен Башҡортостан мәсеттәрендә йәмәғәтселек менән тәүәрих намаҙҙары уҡыла. Ураҙа байрамы шишәмбе, 4 июнгә тура килә.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында изге айҙа түләүҙәр күләме билдәләнде. Өфөлә тейешле фәтүәгә мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов ҡул ҡуйҙы.
Мөфтиәт ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда быйыл аҙ тәьмин ителгән мосолмандар өсөн фытыр саҙаҡаһы — ғаиләнең һәр ағзаһынан 50-шәр һум. Урта хәлле диндарҙар өсөн — һәр кешенән 150-шәр һум. Хәллеләргә – 300-шәр һум. Һаулыҡ мөмкинлектәре буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандарға фиҙиә саҙаҡаһының күләме ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 180 һум тәшкил итә (бер айға 5 220 һум).
Нисәб (минималь байлыҡ йәки мөлкәт, зәҡәтте шунан сығып түләргә кәрәк) – 224 000 һум. Ошо сумманан 5 600 һум зәҡәт килеп сыға.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында зәҡәттең, фытыр, фиҙиә саҙаҡаларының 2018 йылдағы кеүек үк ҡалыуын билдәләнеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика