04:20 (UTC+5), 19 Апреля 2019

Өфөгә Ирина Слуцкая етәкселегендәге «Изгелек поезы» килде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфө «Изгелек поезы» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Иртәнге сәғәт 8-ҙә баш ҡалабыҙҙың тимер юл вокзалында республика Спорт министрлығының ҙур делегацияһы һәм ирекмәндәр Ирекле физкультура союзы етәксеһе, донъя һәм Европа чемпионы, олимпия призеры, Мәскәү өлкә думаһының һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт мәсьәләләре буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Ирина Слуцкая етәкселегендәге поездың пассажирҙарын ҡаршы алды.
Поездан сыҡҡас, Ирина Слуцкая Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимовтан сәскәләр алды һәм сәк-сәктән, ҡымыҙҙан ауыҙ итте, шулай уҡ теләгән һәр кемде милли тәм-том менән һыйлауҙарын һораны.
«Изгелек поезы» делегацияһы көнө буйы Өфөлә була. Акция программаһында «Минең уңышым тарихы» сикһеҙ мөмкинлектәр форумы, Рәсәй һәм сит етештереүселәренең ҡаҙаныштар күргәҙмәһе, «Атла, Рәсәй!» сәләмәтлек һәм скандинавса йөрөү фестивале, коррекция мәктәп-интернатына барыу, түңәрәк өҫтәл һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Белешмә
«Изгелек поезы» бөтә Рәсәй акцияһы физик һәм интеллектуаль үҫеш йәһәтенән үҙенсәлекле кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Тимер юл турының маршруты: Мәскәү — Тамбов — Пенза — Өфө — Силәбе — Омск — Төмән — Пермь — Киров — Түбәнге Новгород — Мәскәү.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика