04:54 (UTC+5), 18 Апреля 2019

«Спутник ФМ» радиоһы «Еңеү өсөн 27 миллион аҙым» йыя башланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 9 май алдынан Өфөнөң «Спутник ФМ» радиоһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ватандаштарыбыҙ иҫтәлегенә «Еңеү өсөн 27 миллион аҙым» акцияһының башланыуын иғлан итте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, уға теләгән һәр кем ҡушылырға мөмкин, бының өсөн акцияның сайтында аҙымдарҙы теркәргә кәрәк.
Акцияла республиканың билдәле кешеләре лә ҡатнашты. Публицист Шамил Вәлиев үҙенең 6 мең аҙымын олатаһына – Советтар Союзы Геройы Миҙхәт Абдулла улы Баһауетдиновҡа бағышлаған. «Ул һуғышты 9 майҙа Прагала тамамлаған. Аҙаҡ һуғышты иҫенә төшөрөп илай торғайны. Өс тапҡыр яраланған. Булмаған һуҡ бармағы мине һәр саҡ ҡурҡыта ине. Хәҙер миңә — 46, ә ул саҡта олатайыма 30 йәш булғанын уйлап ҡараһаң, тормошҡа ҡараш үҙгәрә», — ти Шамил.
Башҡорт ҡурайсыһы Роберт Юлдашев та олатаһы иҫтәлегенә аҙымдар яһаған: «Олатайым Башҡорт кавалерия дивизияһында булған, алғы һыҙыҡҡа снарядтар ташыған. 1942 йылда минала шартлаған, яраланып, артабан демобилизацияланған. Бәләкәй булһам да, уны иҫләйем. Ул бик талапсан ине. Оҫта булды, арбалар эшләне. Үҙ ҡулдары менән ағастан тәгәрмәстәр яһай торғайны. Хәтеремдә, берәй игәүен алып, эргәһендә ниҙер эшләй башлайым. Игәүҙе юғалтып ҡуймаһын тип, артымдан йөрөй торғайны».
«Спутник ФМ» радиостанцияһы менән бергә спортсы Дмитрий Ерохин, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар һәм башҡалар «еңеү» аҙымдарын яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика