Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2019, 15:03

Өфөлә һуңғы 73 йылда температура минимумы теркәлде

автор
автор
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө-Дим метеостанцияһында 18 апрелдә төндә һауа температураһының абсолют минимумы теркәлде. Термометр бағанаһы -9,9 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, быға тиклем -9,5 градуслыҡ иң түбән температура 1946 йылда күҙәтелгән.
Өфө-Аэропорт метеостанцияһында уҙған төндә һауа температураһы -10,2 градус тәшкил итте, Өфө-Гидрометүҙәк метеопосында (Р.Зорге урамы, 25/2) – минус 6 градусҡа тиклем. Башҡортостан буйынса һауа температураһы -6,-13, Ямаш метеостанцияһында (Балаҡатай районы) -14,5 градусҡаса түбәнәйҙе.
Читайте нас: