09:00 (UTC+5), 17 Апрель 2019

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ-ара йәштәр форумына саҡыра

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙем йәштәрҙе халыҡ-ара йәштәр форумына саҡыра. Йәштәр советы 2019 йылдың 28 апрелендә Өфө ҡалаһының «Торатау» конгресс-холында уҙа.
Майҙансыҡ Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 220 вәкилде берләштерә. Мәскәү һәм Силәбе вәкилдәре өсөн телекүпер ойошторола, ә конференц-бәйләнеш системаһы аша эшлекле һөйләшеүгә Ҡаҙағстан, Германия, Швейцария, Бөйөк Британия, Франция һәм Италия делегациялары ла ҡушыла.
Форумда 18-35 йәштәр ҡатнаша, улар ойоштороу комитетына башҡорт халҡының киләсәген 30 йыл алға күҙаллаған эссе тәҡдим итергә тейеш. Ғаризаны сайтта тултырырға һәм эштәрҙе лә шунда ебәрергә кәрәк.
Йәштәр советында ҡатнашыусылар башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, глобаль мәҙәни экспансия, республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарға ярҙам итеү программаһы, милли мәғариф системаһын үҫтереү программаһы өҫтөндә эшләй. Форум барышында ҡатнашыусылар һигеҙ проект майҙансығына бүленә, көн аҙағында уларҙың эш һөҙөмтәләре менән таныштыра. Һуңынан проекттар 2019 йылдың 3 июненә тиклем онлайн-режимда эшләнеп бөтөргә тейеш.
Иң әүҙем 10 ҡатнашыусыға 28 июндәге V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.
Йәштәр советын ойоштороусы — Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Мәскәү ҡалаһының һәм Мәскәү өлкәһенең Башҡорт ҡоролтайы, Силәбе ҡалаһының Башҡорт ҡоролтайы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика