07:58 (UTC+5), 16 Апрель 2019

Селтәрҙә Башҡорт теленең милли корпусы булдырылды

асыҡ сығанаҡ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Интернетта Башҡорт теленең милли корпусы эшләй башланы. Был — компьютер лингвистикаһы белгестәренең һәм «Башҡорт проекттары» берләшмәһе әүҙемселәренең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе. Корпус башҡорт һүҙ формаһына морфологик анализ яһарға һәләтле махсус компьютер программаһы ярҙамында барлыҡҡа килде. Программаны яҡташыбыҙ, «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университетының Лингвистика мәктәбе доценты Борис Орехов төҙөгән.
«Башҡорт теле күптән үҙ корпусына мохтаж ине. Милли корпус туған телдең заманса һанлы тормошоноң мөһим өлөшө булып тора, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә, стилистик һәм грамматик белешмәһе булып хеҙмәт итә, уҡытыуҙа һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙә ярҙамға килә, шулай уҡ яһалма интеллекттың башҡорт телен аңлаған ҡатмарлы системаларын әҙерләү өсөн нигеҙ булыуы мөмкин. Әлеге ваҡытта башҡорт теле корпусында 20 миллиондан ашыу һүҙ ҡулланылышы бар, был 180-гә яҡын ҡағыҙ китап томына тиң. Корпусҡа художестволы әҫәрҙәр, закондар, гәзит-журнал мәҡәләләре, Википедияның башҡортса бүлегендәге ҡайһы бер мәҡәләләр индерелгән. Сайттың интерфейсы һәр кешегә үҙенең тел интуицияһын, теге йәки был башҡорт һүҙен дөрөҫ ҡулланамы, юҡмы икәнен тикшереп ҡарарға мөмкинлек бирә. Корпус менән файҙаланыуҙың ябай инструкцияһы бар.
Бер кеше йыл дауамында уның бөтә йөкмәткеһен уҡып сыҡмаһа ла, хәҙерге үлсәмдәр буйынса ул ҙур түгел тип иҫәпләнә. Уның күләм һәм сифат яғынан да үҫеүе мөһим. Башҡорт телен үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған кешеләр һәм ойошмалар беҙгә корпусты яҡшыртырға ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт теленең милли корпусын әҙерләүсе Борис Орехов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика