05:34 (UTC+5), 16 Апреля 2019

Башҡортостанда янғын йәһәтенән хәүефле миҙгеле башланыуы тураһында иғлан ителде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2019 йылдың 15 апреленән Башҡортостан биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуы тураһында иғлан ителде.
Был осорҙа ут яғыу, һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау, төҙөк булмаған машиналар менән файҙаланыу, яғыулыҡ ҡойолған машиналар янында тәмәке тартыу һәм йәки асыҡ уттан файҙаланыу тыйыла. Шулай уҡ шешәләр йәки быяла ярсыҡтары ҡалдырырға (сөнки улар яндырғыс линза кеүек эшләп китеүе мөмкин), ағастар янында, аҡланда, ағас араһында үлән, шулай уҡ баҫыуҙа, урманда ҡамыл яндырырға, ылыҫлы йәш урманда, торф ятҡылығында, ҡырҡындыла, ҡоро үләнле ерҙә, ағас сатыры аҫтында усаҡ яғырға ярамай, утты махсус майҙансыҡтарҙа ғына яғырға рөхсәт ителә.
«Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 250 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған», — тип белдерҙеләр республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
13 апрелдә Йылайыр районының Кананикольский урмансылығының урман фонды биләмәһендә 4,8 гектар майҙанда урман янғыны теркәлгән. Ут асыҡланған көндә үк һүндерелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын сығыуға кеше сәбәпсе.
Янғынды һүндереүҙә 14 кешенән һәм дүрт берәмек техниканан торған урман янғыны төркөмө ҡатнашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика