06:26 (UTC+5), 15 Апрель 2019

Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 27-28 апрелдә Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы уҙа. Уны Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты булышлығында «Хафиза» ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәте ойоштора. Конкурста ҡатнашыуға гүзәл зат вәкилдәре, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә саҡырыла.
Ҡөрьән уҡыусылар конкурсын тәүге тапҡыр 2011 йылда инициатив төркөм үткәрә. Уның географияһы йылдан-йыл киңәйә. Әйтәйек, 2018 йылда унда 212 кеше ҡатнашты, шуларҙың — 70-е балалар. Араларында Ырымбур, Пенза, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре, Татарстан һәм Удмуртстан, Санкт-Петербург, шулай уҡ Башҡортостандың төрлө ҡала-райондары вәкилдәре бар ине.
Быйыл ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу туры 27 апрелдә «Азимут» отелендә ойошторола. Шулай уҡ был көндә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн лекциялар һәм Ҡөрьәнде, тәжүитте өйрәткән уҡытыусыларҙың сығыштары менән оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Балалар төрлө викториналарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала, йәрминкә ойошторола. Финал һәм бүләкләү тантанаһы 28 апрелдә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында була.
Конкурста ҡатнашыусыларға талаптар менән төркөмдә танышырға мөмкин. Ғаризалар 15 апрелгәсә ҡабул ителә.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика