07:46 (UTC+5), 12 Апреля 2019

Республикала 6 мең пар түлһеҙлек буйынса иҫәптә тора

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда әлеге ваҡытта алты мең пар түлһеҙлек буйынса иҫәптә тора. Ошо осраҡтарҙың яртыһында ир-егеттәрҙең репродуктив функцияһы боҙолған. Башҡорт дәүләт медицина университетының баш табибы урынбаҫары Рита Вәлиева «Вести. Интервью» программаһында шул хаҡта һөйләне.
«Тыуым бик тиҙ кәмей, статистикаға ярашлы, республикала һуңғы өс йылда был күрһәткес 12% кәмегән», — тип билдәләне белгес.
Сәбәптәре — бала тыуҙырыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҙайыуы, уларҙың үҙ-үҙен тотошоноң үҙгәреүе (Европа йоғонтоһо). Хәҙер Башҡортостанда гүзәл заттарҙың яртыһы беренсе балаһын 40 йәштәр тирәһендә таба.
«Башинформ» агентлығының Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың һүҙҙәренә һылтанма менән хәбәр иткәнсә, 2018 йылда республикала 2012 йыл менән сағыштырғанда 13 меңгә аҙыраҡ сабый тыуған.
«Йәғни тотош тораҡ пункт юҡҡа сыҡҡан», — тине төбәк етәксеһе.
Бөгөн властар демографик хәлде махсус программалар ярҙамында төҙәтергә тырыша. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйткән милли проекттарҙа ҙур «Демография» блогы бар. Шулай уҡ илдә беренсе бала өсөн социаль түләүҙәр индереүҙәре ихтимал. Әлеге мәлдә икенсе һәм артабанғы балалар өсөн «Әсәлек капиталы» программаһы эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика