12:05 (UTC+5), 12 Апреля 2019

Беҙгә башҡорт телен өйрәтеүҙе модалы һәм заманса итергә кәрәк — Радий Хәбиров

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә барған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы эшендә ҡатнашты.
Республика етәксеһе съезда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм төбәктә туған телде уҡытыуҙы нисек күҙ алдына килтереүе хаҡында һөйләне.
«Һеҙ беләһегеҙҙер, миңә биш йәш тулғанға тиклем, Ишембай районының Һайран ауылында торҙоҡ. Биш йәштә атайым, әсәйем ҡалаға күсте, шунда мин дә инде күстем. Артабан мәктәпкә төштөм һәм мәктәптә тик русса ғына һөйләштек. Шуға яйлап-яйлап башҡорт телемде юғалта башланым. Хәҙер, һеҙ беләһегеҙ, миңә илле биш йәш. Мәскәүҙә 10 йыл йәшәнем, унда ла тик русса ғына һөйләштек. Мин нимә әйтергә уйлайым. Минең һымаҡтар, минең кеүектәр, меңдәр. Беҙ тыуған илгә ҡайттыҡ, туған телгә ҡайттыҡ, әммә беҙҙең башҡортсабыҙ ул тиклем саф түгел.
Бөгөн һеҙҙең менән бергә бер нисә һорауға яуап табырға кәрәк.
Балаларыбыҙҙы нисек башҡорт теленә өйрәтеү, уны уҡытыу буйынса ниндәй алымдар индереү һәм уҡытыуҙы нисек модалы, заманса итергә кәрәклеген хәл итергә тейешбеҙ.
Тағы ла бер фекер бар, кеше башҡортса бер генә һүҙ белһә, беҙ уны үҙ итәйек, уны ситләштермәйек.
Шуны ла әйтергә уйлайым. Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ – бергә! Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк!», — тине республика етәксеһе.
Шулай уҡ Радий Хәбиров башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында билдәләр тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика