11:33 (UTC+5), 12 Апреля 2019

Башҡортостан райондарының береһендә имамдар бутлегерҙар өйөндә дини йолаларҙы үтәүҙән баш тарта

Әлшәй районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Әлшәй районы ауылдарында мәсеттәрҙең имам-хатиптары спиртлы эсемлектәрҙе йәшертен һатҡан өйҙәрҙә дини йолаларҙы үтәмәү башланғысы менән сыҡты. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Әлшәй район Советы секретары Шамил Сәлимов хәбәр итте.
«Раевкала спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш ойоштороу буйынса ҙур форумда имам-хатиптар алкоголь менән сауҙа иткән йорттарҙа, шулай уҡ үҙ-үҙенә ҡул һалған кешеләргә дини йолаларҙы башҡарыуҙан, шул иҫәптән Ҡөрьән уҡыуҙан, балаға исем ҡушыуҙан баш тартыуҙары тураһында әйтте. Районыбыҙҙың ҡайһы бер ауылдарында имам-хатиптар бындай йорттарға инмәй башлаған», — тине Шамил Сәлимов.
Алкоголгә ҡаршы форумдың дауамы булып бутлегерҙарға ҡаршы көрәш буйынса бик күп сходтар уҙғарыла. Бөгөнгә Әлшәй районында урындағы халыҡ менән 80-гә яҡын осрашыу үткәрелгән, сходтарға 5,5 мең кеше килгән. Аҙаҡҡы биш-алты сходты киләһе аҙнала уҙғарыу күҙаллана.
«Хәмерҙе йәшертен һатҡандарҙың өйөнә барып, «етте, яуызлыҡ менән сауҙа итеүеңде туҡтат» тип әйтһендәр өсөн ауылдың өс-дүрт хөрмәтле кешеһенән торған инициатив төркөмдәр ойошторорға кешеләр үҙҙәре тәҡдим итте. Сходтарҙа шундай тәҡдимдәр яңғыраны. Ундай кешеләрҙе тыңлайҙар, сөнки хөрмәт итәләр. Улар алкоголь менән сауҙа иткәндәрҙең өйҙәренә йөрөнө, ыңғай һөҙөмтә бар», — тине Әлшәй район Советы секретары Шамил Сәлимов.
Әлшәй районы башлығы Дамир Мостафин спиртлы эсемлектәр һатыусылар исемлегендәге 160 кешегә «аҡылға килеүҙәрен һәм сауҙаны туҡтатыуҙарын һорап хат ебәргән». Ҡайһы бер бутлегерҙар район башлығының һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, йәшертен сауҙа итеүҙәрен туҡтатҡан, тип өҫтәне Шамил Сәлимов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, март айынан республиканың барлыҡ муниципалитеттарында спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса граждандар сходтары уҙғарыла. Бындай сходтарҙың инициаторы булып Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика