05:53 (UTC+5), 11 Апреля 2019

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын сүп-сар, үлән һәм усаҡ яҡмаҫҡа саҡыра

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы видеоһынан стоп-кадр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йыл башынан 1928 янғын булған, уларҙа 99 кешенең ғүмере өҙөлгән, 78-е төрлө йәрәхәттәр алған. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, янғындар һаны 3,36% кәмегән (1995 ут сығыу осрағы), әммә һәләк булыусылар — 16,5% (85 кеше), йәрәхәтләнеүселәр 1,3% (77 кеше) артҡан.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республикала көндәрҙең ҡоро тороуына бәйле үлән яныу осраҡтары күбәйгән. Ҡоро үлән яныуҙың 107 осрағы теркәлгән, шуның 19-ы тәүлек эсендә, 9 апрелдә, булған. Янғындың дөйөм майҙаны 130,97 гектар тәшкил иткән. Ошо факттар буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 31 протокол төҙөлгән, шуларҙың 19-ы — граждандарға, 12-һе — вазифалы кешеләргә ҡарата. 11 осраҡ буйынса административ хоҡуҡ боҙоу һәм административ тикшереү үткәреү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатыу хаҡында ҡарар сығарылған.
«Апрелдең һуңғы көндәрендә генә республикала ҡоро үлән яныуҙың 107 осрағы теркәлгән. Янғындың дөйөм майҙаны 1 миллион 300 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән, — тине Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов. — Урман янғындарының төп сәбәбе — кеше. Кешеләр үләндәрҙе яндыра, тәмәке төпсөктәрен ташлап китә, усаҡтарҙы тулыһынса һүндермәй. Шунан урман янғындары башлай, йәнлектәр һәләк була, тотош ауылдар янып бөтә, тынды ҡыҫа торған төтөн менән торф сығанаҡтары барлыҡҡа килә. Башҡортостанда йәшәүселәргә янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә, сүп-сар, үлән, усаҡ яҡмаҫҡа кәңәш итәм. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған».
Башҡортостанда ут сығыу осраҡтарын ваҡытында асыҡлау һәм ғәйеплеләрҙе табыу буйынса 3113 кешенән торған 242 ведомство-ара мобиль төркөм ойошторолған. Улар 1105 берәмек техника менән тәьмин ителгән. Патруллек итеүҙең 627 маршруты билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика