12:38 (UTC+5), 11 Апрель 2019

Республикала имтихандар үткәреүҙе видеокүҙәтеүгә 46 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда йомғаҡлау имтихандарын үткәреүҙе видеояҙҙырыуға һәм видеокүҙәтеүгә 46 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. Подрядсыны һайлау аукционы 29 апрелгә билдәләнгән. Заказсыһы — Мәғариф министрлығы.
Башҡортостандағы 97 мәктәпкә 1394 берәмек ҡорамал ҡуйыла.
2019 йылда берҙәм дәүләт имтиханы эс этапта уҙғарыла: ваҡытынан алдағы (20 марттан 10 апрелгә тиклем), төп (27 майҙан 1 июлгә ҡәҙәр) һәм өҫтәмә (3-20 сентябрҙә). Берҙәм дәүләт имтиханының ваҡытынан алдағы һәм төп осорҙары география һәм әҙәбиәт буйынса имтихандарҙан башлана.
Резерв көндәрҙә рус теленән һәм математиканан йәки ҡабаттан ошо фәндәрҙең береһенән насар билдә алған сығарылыш уҡыусылары база кимәлендәге рус теле һәм математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын өҫтәмә (сентябрь) осорҙа бирергә тейеш.
Туғыҙынсы кластар өсөн төп дәүләт имтиханы ла өс этапта үткәрелә: ваҡытынан алдағы (22 апрелдән 14 майға тиклем), төп (24 майҙан 2 июлгә ҡәҙәр) һәм өҫтәмә (3-21 сентябрь).
Башҡортостанда быйыл 19 меңдән ашыу кеше берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика