15:47 (UTC+5), 11 Апреля 2019

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы бара

социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөләге «Торатау» конгресс-холында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үҙ эшен башланы.
Сара уҡытыусыларҙы берләштереү, уларҙы һөнәри үҫешкә дәртләндереү, шулай уҡ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған.
Съезда Башҡортостан Республикаһының, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләренең, Татарстан Республикаһының, Пермь крайының, Ханты-Манси автономиялы округының, Мәскәү ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, туған телдә белем биргән ойошмаларҙың директорҙары, туған телдәрҙе уҡытыу өсөн яуаплы хакимиәттәрҙең белгестәре, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша.
Бөгөн съезда ҡатнашыусылар Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатына, М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейына, М.Кәрим исемендәге 158-се гимназияға, Ф.Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына бара.
Иртәгә, 12 апрелдә, башҡорт телен уҡытыуҙың яңы алымдары, уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, туған телдәр буйынса кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика