Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2019, 14:03

Өфөлә Ғашиҡтар аллеяһы булдырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 15 апрелдә Өфөлә (Салауат Юлаев урамы,1) Ғашиҡтар аллеяһы өсөн тәүге ағастар ултыртыла. Акцияның инициаторҙары — «Йәш гвардия»ның төбәк бүлексәһе һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы.
Биләмә ғашиҡ парҙарҙың яратҡан урынына әйләнер тип көтөлә.
Ойоштороусылар өфөләрҙе майҙансыҡты биҙәүҙә һәм ағас ултыртыуҙа ҡатнашырға саҡыра. «Ғашиҡтар аллеяһы» билдәһе менән ландшафт дизайны макетын [email protected] почтаһына ебәрергә мөмкин.
Сәғәт 11-ҙә башлана.
Бынан алда «Башинформ» быйыл Башҡортостанда 57 тематик аллеяны төҙөкләндереү, 17 мең эре ағас һәм 4 мең ҡыуаҡлыҡ ултыртыу күҙалланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: