07:22 (UTC+5), 11 Апреля 2019

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең почтала үҙҙәрен талпан ҡаҙалыуҙан страховкалау мөмкинлеге бар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә үҙҙәрен һәм яҡындарын талпан ҡаҙалыуҙан страховкалау мөмкинлеге бар — унда «Талпанға ҡаршы» ирекле страховкалау программаһында теркәлергә була. Талпан тешләгән осраҡта, страховкаланған кешегә бөтә Рәсәй биләмәһендә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә.
Программа амбулатор-поликлиника ярҙамын алырға, талпан энцефалиты менән сирләп киткән осраҡта ашығыс рәүештә дауаханаға ятырға, шулай уҡ 500 мең һумға тиклем дауаланырға мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә ярҙам һорап күпме кәрәк, шунса тапҡыр, страховка аҡсаһы бөткәнсе мөрәжәғәт итергә була. Яңы тыуған сабыйҙы ла, оло йәштәге кешене лә страховкаларға мөмкин.
Полисты почта бүлексәһе операторҙары, шулай уҡ өйҙә почтальондар тултыра.
1 апрелгә ҡарата, Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә һәм уның филиалдарына ете кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Лабораторияларҙа талпандарҙың энцефалит һәм боррелиоз менән зарарланғанмы, юҡмы икәнен тикшерәләр.
Талпандан нисек һаҡланыу тураһында «Башинформ» агентлығы материалында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика