09:45 (UTC+5), 11 Апреля 2019

Баш ҡалала ЮХХДИ «Махсус сигнал» операцияһын үткәрә

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 22-29 апрелдә Дәүләт автоинспекцияһы «Махсус сигнал» тигән иҫкәртеү операцияһы уҙғара. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, операция махсус тәғәйенләнештәге автомобилдәр ҡатнашлығындағы аварияларҙы иҫкәртеүгә һәм водителдәрҙең транспорт дисциплинаһын нығытыуға йүнәлтелгән. Автомобиль хужалары махсус тауыш һәм яҡтылыҡ сигналы булған машиналарға юл бирергә тейеш.
«Инспекторҙар өҫтөнлөк сигналына иғтибар итмәгән һәм йыш ҡына ҡотҡарыусыларҙың, табиптарҙың һәм полицияның эшенә ҡамасаулаған автоһәүәҫкәрҙәрҙе асыҡлай алһын өсөн сара барышында ҡала урамдарына юл-патруль хеҙмәте, медицина һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәрҙең машиналары сығарыла», — тип хәбәр иттеләр Өфөнөң ЮХХДИ-да.
Тәртип боҙғандарға 500 һум штраф йәки 1-3 айға водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү янай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика