09:36 (UTC+5), 10 Апреля 2019

Республикала һуңғы биш йылда етемдәр 1883 балаға кәмегән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда һуңғы биш йылда етемдәр 1883 балаға, йәки 13% кәмегән, тип хәбәр итте Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова.
Әлеге ваҡытта төбәктә 12 772 бала иҫәпләнә, уҙған йыл менән сағыштырғанда улар 389-ға аҙайған.
2018 йылда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 1092 бала асыҡланған.
Әле республикалағы етем балаларҙың дөйөм һанынан 91% тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә йәшәй.
1791 бала — стационар учреждениеларҙа. 2017 йыл менән сағыштырғанда, балалар йорттарында, интернаттарҙа, социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр һаны 324-кә кәмегән.
Хәҙер төбәктә 16 балалар йорто, бер Сабый йорто, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 35 социаль приют, ике йорт-интернат бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика