13:02 (UTC+5), 10 Апреля 2019

Өфөлә мәктәптәрҙә туҡланыу хаҡы билдәләнде

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө хакимиәте 2019 йылға мәктәп уҡыусылары өсөн туҡланыу хаҡын билдәләне. Мэрияның сайтында баҫылған документҡа ярашлы, баланслы йылы аш менән туҡланыу хаҡы уҡыусының йәшенә бәйле.
Әйтәйек, башланғыс класс уҡыусыһы өсөн иртәнге аш хаҡы көнөнә — 55 һум, төшкө аш — 65 һум, унан һуң ҡапҡылап алыу 22 һум тәшкил итә. Өлкән класс уҡыусыһы өсөн (5-11 кластар) иртәнге аш — 60 һум, төшкө аш — 70 һум, икенде ашы 22 һум тора. Был хаҡтар ашатыу республика бюджетынан финанслау иҫәбенә тормошҡа ашырылған уҡыусыларға ҡағылмай.
Мәктәп-интернаттарҙа уҡыусылар өсөн дүрт тапҡыр бушлай туҡланыу хаҡы Өфө бюджетынан бер балаға көнөнә 240 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, документта ишле ғаиләләрҙәге балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, социаль яҡтан хәүефле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн льготалар ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика