05:22 (UTC+5), 10 Апреля 2019

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүсеһенә төҙөкләндереүгә ярты миллион һум бирелә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Айыҡ ауыл» конкурсына старт бирҙе. Был турала кисә Асҡын районы ҡоролтайы ултырышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин белдерҙе.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсы муниципаль райондарҙың ауыл биләмәләре араһында уҙғарыла.
Ул ике этапта ойошторола. Тәүге этап 2019 йылдың 10 апреленән 31 авгусына тиклем райондар араһында үткәрелә. Унда бөтә ауылдар һәм ауыл биләмәләре ҡатнаша ала. Икенсеһенә, республика этабына, муниципаль райондарҙың еңеүселәре сыға. Конкурсҡа йомғаҡ 2019 йылдың 30 ноябренә тиклем яһала.
Еңеүселәр республика Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия (маҡсатлы) менән бүләкләнә:
— беренсе урын – 500 мең һум;
— икенсе урын – 250 мең һум;
— өсөнсө урын – 150 мең һум.
Аҡсалата бүләк Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса ауыл биләмәһен үҫтереү өсөн файҙаланыла. Конкурста әүҙем ҡатнашып, финалға еткән 10 ауыл биләмәһенә 30-ар мең һум тапшырыла. Бынан тыш, ойоштороу комитеты район, ауыл биләмәһе башлыҡтары, мәктәп директорҙары, әүҙем йәмәғәтселәр иҫәбенән 20 әүҙемсене лә (әүҙемселәр, уҡытыусылар, журналистар, пенсионерҙар, мәҙәниәт һәм спорт хеҙмәткәрҙәре) билдәләй. Улар Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары һәм 10-ар мең һум премия менән бүләкләнә.
Ҡатнашыу өсөн 12 майға тиклем 3472463259@mail.ru электрон адресына ғариза ебәрергә кәрәк. Конкурстың шарттары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Конкурсты ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, муниципаль райондарҙың хакимиәттәре, ғаилә һәм хеҙмәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика