12:19 (UTC+5), 10 Апреля 2019

Башҡортостанда ауылдар янында ерләү өсөн ер участкаларын баҫып алыу осраҡтары йышайған

«Ағиҙел» журналы
«Ағиҙел» журналы
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ауыл зыяраттарына яҡындағы ҡалаларҙа мәрхүм булыусыларҙы төндәрен алып килеп ерләү осраҡтары йышайған. «Ағиҙел» журналы редакцияһы хәбәр итеүенсә, бындай хәлдәр Өфө һәм Белорет райондарының башҡорт ауылдарында йыш теркәлә.
«Һөйләүҙәренсә, таң атҡансы зыяраттарҙа яңы ҡәберҙәр барлыҡҡа килә. Муллалар ҙа, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә бер нәмә лә белмәй ҡала. Хәлбүки, аңлашыла: хәҙер ҡала зыяраттарында урын мәсьәләһе бик киҫкен тора, өҫтәүенә, ерләү хеҙмәттәре йыназа үткәреүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алып, бик ҙур сумма һорай», — тип яҙа баҫма.
Бындай күренештең сәбәбе ерләү хеҙмәттәренең ҡиммәт булыуында. Өфөлә, мәҫәлән, күңелһеҙ мәшәҡәттәр 100 мең һумға һәм унан ҡыйбатыраҡҡа барып баҫыуы мөмкин, өҫтәүенә икегә бер метрлыҡ участкаларға ҡытлыҡ ҙур. Шуға күрә яҡындағы ауылда мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыу хеҙмәттәрен ойошторған кешеләр табыла ла инде.
«Шулай, йәмәғәт, зыяраттарыбыҙға ла «һөжүмдәр» башланып тора. Абай булайыҡ! Мәрхүм булғандан һуң һәр кемдең дә ер ҡуйынында ятырға хоҡуғы бар барлыҡҡа, әммә ауыл зыяраттары ҡаланыҡылар менән тулһа, артабан ни булыр?», — тигән һорау ҡуя баҫма.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика