10:27 (UTC+5), 10 Апреля 2019

Башҡортостанда 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһы була

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 9 майҙа Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында «Үлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-илһөйәрлек акцияһы ойошторола. Быйыл да ул бер үк ваҡытта — сәғәт 11-ҙә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә Бер минутлыҡ тынлыҡтан башлана. Акция Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм «Спутник ФМ» радиостанцияһында тура эфирҙа трансляциялана. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында элекке йылдарҙа республикала «Үлемһеҙ полк»ты үткәргән саҡта тап ошондай берләштереүсе фактор етмәүен әйтте. Уның һүҙҙәренсә, акция йылдан-йыл киң ҡолас ала бара, унда ҡатнашыусылар һаны арта.
«Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы етәксеһе Вадим Курилов журналистарға быйыл Өфөлә уның маршруты оҙайтылыуы хаҡында һөйләне.
«Колонна Октябрь проспекты менән Шәфиев урамы киҫелешендә теҙелә башлай. Ул «Галле округы» туҡталышына тиклем һуҙыла. Акция «Дан бульвары» туҡталышында тамамлана. Өфөлә «Үлемһеҙ полк» алдынан, былтырғы кеүек үк, өсмөйөш булып теҙелеп, аҡ костюм кейгән балалар бара. Уларҙың артынан Еңеү байрағы күсермәһен һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағын тотҡан төркөм эйәрә. Республика етәксеһе Радий Хәбировҡа, Өфө мэры Өлфәт Мостафинға һәм республиканың хәрби комиссары Игорь Харченкоға төркөмдө етәкләргә тәҡдим иттек. Башҡортостанда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙарының һәм Дан ордены кавалерҙарының туғандары уларҙың эргәһенән бара», — тине Вадим Курилов.
Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа «Үлемһеҙ полк»та ҡатнашыусыларҙың йыйылыу ваҡыты — иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика