09:46 (UTC+5), 09 Апреля 2019

Республикала 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документ 9 апрелдә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Бүләкләнеүселәр исемлегендә Асҡын, Бөрө, Белорет, Благовещен, Бүздәк, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Шаран райондарынан, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларынан әсәләр бар.
Республика наградаһы менән аҡсалата премия биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә тапшырыла. 1998 йылдан алып Башҡортостанда бөтәһе 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булды. 2019 йылдың 1 ғинуарынан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күләме 17 241 һум тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика