12:25 (UTC+5), 09 Апрель 2019

Гөлназ Ҡолһарина: Һандар республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемаларҙың хәл ителеүе хаҡында һөйләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, ғаилә, балалыҡ һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе, «Тамыр» балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина Радий Хәбировтың бөгөнгө сығышында яңғыраған һандар артында бик күп кешеләрҙең оло хеҙмәте тороуын билдәләне.
«Радий Фәрит улының килеүе менән октябрь-ноябрь айҙарында яңғыраған проблемаларҙы хәл итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыуҙарына шатмын. Ҡоро һандар ҙа быны раҫлай. Атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тәьмин итеү һөҙөмтәһендә табиптар - 185, медицина персоналы 216 белгескә артҡан. Республика етәксеһенең халыҡтың һаулығы тураһында хәстәрлек күреүе бик мөһим».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тураһындағы докладында былай тине:
«Беҙ уҡыуҙы тамамлаған йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу йәһәтенән медицина университеттары һәм колледждары менән маҡсатлы эш алып барабыҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәрен ауылда төпләндереү варианттарын өйрәнәбеҙ. Уҙған йылда «Башҡортостан фельдшеры» программаһына старт бирелде. «Ауыл табибы» федераль программаһына эләкмәгән 125 табипҡа өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Тиҙҙән табиптарға, айырыуса тар йүнәлешле белгестәргә яҙылыу мәсьәләһен хәл итергә тырышырбыҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика