09:00 (UTC+5), 08 Апреля 2019

Быйыл төбәктә 17 мең эре ағас һәм 4 мең ҡыуаҡлыҡ ултыртыу күҙаллана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында 17 мең эре ағас һәм 4 мең ҡыуаҡлыҡ ултыртыу күҙаллана, тип һөйләне торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Тәүге этап 27 апрелгә — икенсе дөйөм республика өмәһенә тәғәйенләнгән.
Муниципалитеттарҙа тематик аллеялар өсөн 57 ер участкаһы билдәләнгән. Ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, тирәк ағастары, барбарис, спирея, гөлйемеш, миләш ҡыуаҡтары ултыртыу ҡаралған.
Акция йомғаҡтары буйынса «Йәшел Башҡортостан» фотоконкурсы ойошторола — ҡатнашыу өсөн акцияға килергә, ағас ултыртырға, фотоға төшөргә һәм уны #йәшелБашҡортостан2019 хештегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк. Еңеүселәрҙе «Бергәләп күңеллерәк» һәм «Минең урманым — минең киләсәгем» номинацияларында «лайк»тар һаны буйынса билдәләйҙәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика