11:36 (UTC+5), 05 Апреля 2019

Республиканың хәрби комиссары армияла ниндәй егеттәр кәрәклеге хаҡында һөйләне

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Үҙәк хәрби округы яҙғы саҡырылыш буйынса Башҡортостан өсөн бурыстар билдәләгән — 5 меңгә яҡын кеше. Был хаҡта «Интерфакс-Поволжье» редакцияһы ойошторған журналистар менән осрашыуҙа республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко һөйләне.
«Төп көс саҡырылыш буйынса билдәләнгән бурысты сифатлы үтәүгә йүнәлтелә. Тәү сиратта көҙҙән ҡалған егеттәрҙе оҙатабыҙ, беҙҙә шундай резерв бар. Шунан, әлбиттә, кисектереү менән файҙаланмағандарҙы», — тине Игорь Харченко.
Саҡырылыштың үҙенсәлеге шунда: егеттәрҙең психик һаулығына, девиант тәртибенә талаптар көсәйтелә.
«Армияла сәләмәт, аҡыллы, ҡыйыу һәм стресҡа ҡаршы тора алырлыҡ егеттәр кәрәк. Шуға күрә һайлап алыу ҡатыраҡ булыр», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды хәрби комиссар.
Йыйылыу пунктынан тәүге төркөмдө 25 апрелдә оҙатыу күҙаллана — Милли гвардия ғәскәрҙәренә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 1 апрелдән 15 июлгә тиклем 18-27 йәшлек Рәсәй граждандары хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ил президенты указына ярашлы, 135 мең кеше Рәсәй армияһы сафына ҡушыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика