13:05 (UTC+5), 05 Апреля 2019

Республикала пациенттарҙы гемодиализға бушлай йөрөтөргә тейештәр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда гемодиализға мохтаж пациенттарҙы йәшәгән ерҙән процедура башҡарылған урынға тиклем урындағы дауахана иҫәбенә алып барырға тейештәр. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.
Тейешле бойороҡ 2019 йылдың февралендә баҫылған, сирлеләрҙе йөрөтөүгә өҫтәмә аҡса бүленгән. Транспортировка талап ителгәндәрҙең барыһына ла дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Сибай ҡалаһында 41 пациент гемодиализға йөрөй, «Нефролайн» гемодиализ үҙәгендә ете «яһалма бөйөр» аппараты ҡуйылған. 2014 йылдың октябренән алып улар өс сменала эшләй. Бер процедура дүрт сәғәт дауам итә, ауырыуҙар бында ике көн һайын килә.
Процедураға уларҙы үҙәк ҡала дауаханаһы транспорты менән килтерәләр.
«Нефролайн» гемодиализ үҙәге табибы Рәфҡәт Биҡҡолов һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта бүлексәлә Сибай, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары халҡы гемодиализ процедураһын үтә. Пациенттар өсөн бөтә процедуралар ҙа бушлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика