13:03 (UTC+5), 05 Апрель 2019

Өфө аэропортында табылған ҡатын психиатрия дауаханаһына оҙатылған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Транспортта линиялы идаралығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфө аэропортында табылған ҡатын Базилевкаға республика клиник психиатрия дауаханаһына оҙатылған, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Транспортта линиялы идаралығында.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, 3 апрелдә «Өфө» аэропорты биләмәһендә шәхесте раҫлаған документы булмаған бер ҡатын «Өфө – Внуково» рейсы менән осорға уйлаған. РИА Новости мәғлүмәте буйынса, ул бортҡа ингән, үҙенең урынын таба алмаған, һуңынан уның билеты ла, паспорты ла булмауы асыҡланған.
Ул үҙен Марина Максимова тип таныштыра, атаһының исемен хәтерләмәй. Ҡыҙ фамилияһы – Сёмина. Уның һүҙҙәренсә, ул пенсионер, 1958 йылғы, Иваново өлкәһенең Иваново ҡалаһында йәшәгән. Хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар баҡсаһында тәрбиәсе һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Өфөгә нисек килеп эләгеүен иҫләмәй. Үҙе әйтеүенсә, үткенсе машиналарға ултырып, Ивановонан Ҡаҙағстандың Усть-Каменогорск ҡалаһына китергә сыҡҡан.
Хәҙер ул медицина учреждениеһында.
Әлегә туғандарынан йәки уны белгән кешеләрҙән хәбәрҙәр юҡ, тип өҫтәнеләр транспорт полицияһында.
Ҡатындың шәхесе тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белгәндәрҙе 8(347) 273-38-91; 8(347) 229-52-02 телефондарына шылтыратыуҙарын һорайҙар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика