12:31 (UTC+5), 05 Апреля 2019

Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә яңы тыуған сабыйҙар өсөн иң популяр исемдәр аталды

©pixabay.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй төбәктәрендә яңы тыуған сабыйҙар өсөн иң популяр исемдәр — Артем һәм София, тип хәбәр итә RT илдең 53 төбәгенең ЗАГС органдары мәғлүмәттәренә һылтанып.
Әйтәйек, Рәсәйҙең 34 төбәгендә, шул иҫәптән Брянск өлкәһендә, Бүрәтстанда, Пермь һәм Камчатка крайҙарында яңы донъяға килгән ир балаларға йышыраҡ Артем тип исем ҡушалар.
Иң популяр ир-егет исемдәре араһында икенсе урында — Александр, ул 10 төбәктә, шулай уҡ Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта киң таралған.
Ҡыҙҙарға иһә йышыраҡ София исемен һайлайҙар (21 төбәк, шул иҫәптән Мәскәү, Яҡутстан, Мурманск өлкәһе). Артабан Анастасия килә (илдең 10 төбәге, шулай уҡ Севастополь, Архангельск һәм Новгород өлкәләре).
Виктория исеме илдең туғыҙ төбәгендә иң популяры тип һанала, шул иҫәптән Силәбе өлкәһендә һәм Байкал аръяғы крайында.
Киң таралған ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәре араһында төрлө төбәктәрҙә шулай уҡ Аделина (Башҡортостан), Арина (Әстрхан өлкәһе), Ксения (Вологда өлкәһе), Максим (Сыуашстан) һәм Роман (Иркутск өлкәһе) осраған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика