04:33 (UTC+5), 04 Апрель 2019

Республика етәксеһе: Урындағы бутлегерҙарға «юҡ» тип әйтергә ваҡыт етте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бутлегерҙарға һәм спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәштә иң мөһиме юҡ, тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Беҙ был әшәкелек менән күптән көрәшәбеҙ. Ләкин элек был көрәштә хоҡуҡ һаҡлау органдары, муниципалитеттар, башҡа ведомстволар һәм ойошмалар һәр береһе айырым эш алып бара ине. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙың тәжрибәһен ҡарағас, әлеге көрәштә иң мөһименең булмауын аңланым. Әгәр кешеләр булды һәм урындағы бутлегерҙарға «юҡ!» тип әйтергә ваҡыт етеүен аңламай икән, бер нәмә лә килеп сыҡмай, — тип ышана Радий Хәбиров. — Халыҡ ошо саҡырыуҙы ғына көткән кеүек. Хәҙер тотош республикала сходтар бара, улар власҡа үлем менән һатыу итеүселәрҙең адресын әйтә һәм ауылдарҙы уларҙан таҙартыуҙы талап итә. Был видеоны миңә яҡташтарым ебәргән. Ләкин уларға ғына түгел, ә ошондай сходтар үткәргән һәм һатыусыларҙың адресын әйткәндәрҙең һәммәһенә лә уларҙы власть ишеткәнме, юҡмы икәнен шәхсән контролдә торорға вәғәҙә бирәм».
Ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа граждандар сходтарын уҙғарыу тәҡдимен республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров индерҙе. Ошо хаҡта ул бер ай элек Борайҙа республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн семинар-кәңәшмәлә сығыш яһағанда белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, сходтарҙы «формаль булмаған шарттарҙа һәм сифатлы» үткәрергә кәрәк.
Бутлегерҙар менән көрәштән тыш, урындағы халыҡ башҡа әһәмиәтле һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә тикшерә. Улар араһында — халыҡтың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тораҡ пункттарҙа асфальт түшәү өсөн төп урамдарҙы билдәләү һәм башҡа мәсьәләләр.
Ләкин әле Башҡортостанда барған сходтарҙың төп темаһы спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшкә ҡайтып ҡала. Ошо сходтар халыҡтың эскелектән, самогондан һәм«фанфуриктар»ҙан арыуын күрһәтте. Халыҡ үҙгәрештәргә әҙер.
Дүртөйлө районында граждандар сходын даими үткәреү күҙаллана. Әлегә иҫәп буйынса һуңғы, «яҙғы» граждандар сходы 11 апрелгә билдәләнгән. Районда үткәрелгән сходтарҙың йомғаҡтарына ярашлы, тәү сиратта хәл итеүҙе талап иткән Бурыстарҙы үтәү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау ҡаралған.
Сходтарҙа Дүртөйлө районының Шишмә һәм Һыуыҡкүл ауылдарына «Айыҡ ауыл» исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
«Беҙҙә сходтар исем өсөн генә үткәрелмәй. Бындай сходтар — тәү сиратта, сәләмәт йәшәү рәүешен, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, айырылышыуҙарҙы, социаль етемлекте иҫкәртеү ул. Улар ярҙамында күп кенә кешеләрҙең аңын үҙгәртә алырбыҙ тип уйлайбыҙ, — тине Дүртөйлө район советы секретары Рәмил Ваһапов. — Сентябрь аҙаҡтарында халыҡ алдында яуап тоторға, башҡарылған эшебеҙ тураһындла отчет бирергә ниәтләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл ителмәгән мәсьәләләр әле етерлек».
Улар араһында — бәләкәй ауылдарҙа көндәлек кәрәк-яраҡ һатылған магазиндарҙың булмауы, әлеге ваҡытта барған «сүп-сар» реформаһы һәм башҡа мөһим мәсьәләләр.
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика