10:35 (UTC+5), 04 Апреля 2019

Башҡортостан йылғаларында һыу күтәрелә башланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан йылғаларында һыу күтәрелә башланы. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн иртән Бочкарев ауылы янындағы Дим йылғаһында һыу кимәле бер тәүлектә 35 сантиметрға — 2 метр 75 сантиметрға тиклем күтәрелгән.
Өфөлә Ағиҙел йылғаһының кимәле 24 сантиметрға артҡан һәм хәҙер 63 сантиметр тәшкил итә.
Стәрлетамаҡ янындағы Ағиҙел 21 сантиметрға — 1 метр 56 сантиметрға күтәрелгән.
Шакшала Өфө йылғаһының кимәле элеккесә ҡалған — 1 метр 34 сантиметр.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, төбәктә көслө ташҡын көтөлмәй. Һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм түбәнерәк булыр тип фаразлана.
Өфөлә Ағиҙел йылғаһының көтөлгән максималь кимәле — 560-660 сантиметр, Шакшала Өфө йылғаһының — 620-720 сантиметр, Бочкарев янында Димдең — 570-670 сантиметр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика