09:00 (UTC+5), 04 Апреля 2019

Баш ҡала мэрияһы «Таҙа Өфө» акцияһын иғлан итте

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 25 марттан 11 майға тиклем Өфөлә ҡала биләмәһен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса яҙғы айлыҡ бара. Йола буйынса, аҙна һайын «санитар йомалар» ойошторола.
Баш ҡала хакимиәте 6,13 һәм 27 апрелдә дөйөм ҡала өмәләре осоронда «#ТаҙаӨФӨ2019» акцияһын уҙғарыу тураһында иғлан итте. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Бының өсөн дөйөм ҡала өмәләренең береһендә ҡатнашырға һәм өмәлә төшкән фотоны #ТаҙаӨФӨ2019 хэштегы менән «Instagram» социаль селтәренә һалырға кәрәк.
Һәр өмәнең йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш (лайк) йыйған ете еңеүсе билдәләнә. Уларға ойоштороусыларҙан бүләктәр тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика