Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2019, 11:38

Рәсәйҙә ҡағыҙ СНИЛС-тар бөтөрөлдө

ТАСС/Артем Геодакян
ТАСС/Артем Геодакян
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Мотлаҡ пенсия страховкалауының страховка таныҡлыҡтары (СНИЛС) электрон аналогтарға алмаштырылды, тип хәбәр итә «Известия».
Хәҙер кемдәр страховкалана йәки теркәлә, уларҙың барыһына ла иҫәп номеры ғына асыла. Уның буйынса бөтә тейешле дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе алырға мөмкин.
Кәрәкле мәғлүмәт менән белешмәләрҙе клиенттар хеҙмәтендә һәм Рәсәйҙең Пенсия фонды идаралығында бирәләр.
Рәсәй Пенсия фондында билдәләүҙәренсә, үҙгәрештәр пенсия тәьминәтендә бер нисек тә сағылмай.
Теги:снилс
Читайте нас: