14:53 (UTC+5), 03 Апрель 2019

Өфөлә 20 мәктәп 1 апрелдән биш көнлөккә күсте

Өфө хакимиәте
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 1 апрелдән Өфөләге 20 мәктәптең башланғыс кластары биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсте. Улар – 214 кластан 5 992 уҡыусы. Ҡаланың һигеҙ мәктәбенең бишенсе һәм алтынсы класс уҡыусылары һәм 8-се мәктәптең (Совет районы) 5-11 класс уҡыусылары ла ай башынан биш көнлөктө индерҙе.
«1 апрелдән бөтәһе 7 345 уҡыусы биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсте», — тип хәбәр иттеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Апрель башынан 64 741 уҡыусы (55%) аҙнаһына биш көн уҡый. Уларҙың 54 364-е – 1-4 класс уҡыусылары (100%). 5-9 класс уҡыусылары – 9 495 кеше (8%), 10-11 кластар – 882 кеше(0,7%). 53 261 кеше (45%) аҙнаһына алты көн белем ала.
Ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, бөгөн Өфөлә 128 мәктәп эшләй. 2019 йылдың 1 сентябренән Өфөнөң барлыҡ дөйөм белем биреү мәктәптәрендә биш көнлөккә күсеүҙе ойоштороу күҙаллана.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика мәктәптәре биш көнлөк уҡыу аҙнаһына Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса күсә. Был тәҡдим Беренсе мәктәп мәғарифы форумында хуплау тапты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика