17:51 (UTC+5), 03 Апрель 2019

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡарамағында Милли мәғариф идаралығы ойошторола

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡарамағында Милли мәғариф идаралығы ойошторола. Был хаҡта «Башинформ» агентлығындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына арналған матбуғат конференцияһында ведомство башлығы вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөн министрлыҡта милли мәғариф мәсьәләләре менән ике генә кеше шөғөлләнә.
«Милли мәғариф идаралығында эшләргә тейешле 15-ләгән белгескә юғары профессиональ талаптар ҡуйыла. Был ҙур педагогик тәжрибәгә эйә булыуҙан һәм башҡорт телендә аралашыуҙан тыш, әүҙемлек, башҡорт теленә өйрәтеүҙең заманса программаларын һәм методикаларын тормошта ҡуллана белеү», — тип билдәләне министр вазифаһын башҡарыусы.
Мәғариф ведомствоһы етәксеһе һүҙҙәренсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы был йүнәлештә тәүге аҙым булып тора. Сара 11-12 апрелдә «Торатау» конгресс-холында уҙа. Форумда 800-гә яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
«Беҙгә хәҙер туған телдәрҙе уҡытыуҙың яңы, алдынғы алымдары кәрәк. Заман менән бергә атлау зарур. Тиҫтәләрсә йыл элекке методика буйынса эшләргә ярамай. Хәҙер балалар бөтөнләй икенсе, уларға ябай баҫма продукция белем сығанағы булып тормай. Тап шуның өсөн дә яңы технологияларҙы индерергә кәрәк. Белем биреү процесы бер дәреслек менән генә сикләнмәй, киңерәк ҡарарға һәм ғәҙәти белем биреү системаһы сиктәренән сығырға кәрәк. Фекер алышыу майҙансыҡтарында быларҙың барыһын да тикшерергә йыйынабыҙ», — тине Айбулат Хажин.
Ул шулай уҡ съездың киң йәмәғәтселек өсөн асыҡ буласағын белдерҙе. «Интернетта тура видеотрансляция барышында теләге булғандар һорауҙар бирә һәм идеялары менән уртаҡлаша ала», — тип һөйләне ведомство башлығы.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика