07:41 (UTC+5), 02 Апреля 2019

Мышыны бәрҙергән водителдәр 80 мең һум штраф түләргә тейеш – Башҡортостандың Экология министрлығы

avt-yurist.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Ҡырағай йәнлектәр» тигән билдә ҡуйылған урында мышыны бәрҙергән водителдәр 80 мең һум күләмендә тәбиғәткә күрһәткән зыянды ҡапларға, шулай уҡ 500 һум административ штраф (билдәгә әһәмиәт бирмәгән өсөн) түләргә тейеш, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Экология министрлығында. Юристар түшкәне үҙең менән алып китмәҫкә кәңәш бирә — водителде законһыҙ һунар итеүҙә ғәйепләүҙәре ихтимал, уның өсөн 200 мең штраф йәки 6 айға тиклем ҡулға алыу янай.
Статистика буйынса, хайуандарҙы бәрҙереү осраҡтары йышыраҡ май-июнь айҙарында, бигерәк тә кисен һәм төндә теркәлә. Тәгәрмәс аҫтына күбеһенсә мышылар һәм ҡоралайҙар эләгә. 2016 йылда төбәктә ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 38 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 2017 йылда — 22, 2018-ҙә — 45, 2019 йылдың башынан — 8. Был осраҡтар йышыраҡ Өфө, Дүртөйлө, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Кушнаренко райондарына тура килә.
Быйыл тапатылған ҡабан өсөн зыян 30 мең һум, бүре менән төлкөгә — 200 һум, бурһыҡҡа — 12 мең, айыуға — 60 мең, ҡуянға 1 мең һум күләмендә ҡаплана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика